11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2013 йыл, 9:51

Башҡортостан делегацияһының Америка Ҡушма Штаттарына рәсми визиты тамамланды

автор: "Башинформ" | фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

21-25 июлдә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы эш визиты менән Америка Ҡушма Штаттарында булды. Делегацияны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкләне. Делегация составында Хөкүмәт, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, финанс һәм сәнәғәт ойошмалары етәкселәре булды.

22 июлдә Башҡортостан Президентының визиты айҡанлы Хьюстонда Техас штатының эшлекле даирәһе менән бизнес-форум ойошторолдо. Сараны Рәсәй-Америка сауҙа палатаһы ойошторҙо. Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне, Америка бизнесмендарының һалым ташламаларына һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостанда транспорт-логистика терминалдарын төҙөү, медицина үҙәктәрен асыу, ауыл хужалығы комплекстарын булдырыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.

Техастың административ үҙәге – Остин ҡалаһында Рөстәм Хәмитов штаттың Ауыл хужалығы департаменты етәксеһе Тодд Стэлс менән осрашты. Һөйләшеү барышында Техастан тоҡомло мал һатып алыу мөмкинлектәре тикшерелде. Департамент етәкселеге был тәҡдимде хупланы.

Техас штатының Транспорт департаментында Башҡортостанда автомобиль юлдары өсөн стабилизатор етештереү буйынса завод төҙөү проекты тикшерелде.

23 июлдә Рөстәм Хәмитов Көньяҡ-көнбайыш тикшеренеү институтында булды. Был уҡыу йорто Американың коммерцияға ҡарамаған ҙур учреждениеларының береһе булып тора. Ул аэрокосмос технологиялары, энергияны һаҡсыл файҙаланыу өлкәләрендә тикшеренеүҙәр үткәреү һәм эшләнмәләр әҙерләү буйынса махсуслашҡан.

Башҡортостан Президенты Көньяҡ-көнбайыш тикшеренеү институты президенты Дэн Бейтс менән осрашты, институттың презентацияһы менән танышты һәм тикшеренеү лабораторияларын ҡарап сыҡты. Рөстәм Хәмитов бындай ғилми үҙәктәрҙе Рәсәй төбәктәрендә лә булдырыу кәрәклеген билдәләне һәм ошо юҫыҡта килешеү төҙөргә тәҡдим итте. Килешеү сиктәрендә ошондай уҡ тикшеренеү институтын Башҡортостанда асыу мөмкинлеге тикшереләсәк.

Капитолийҙа (Техас штаты) Рөстәм Хәмитов һәм губернатор Рик Перри ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү әҙерләү тураһында һөйләшеп килеште. Республика Президенты саҡырыуы буйынса губернаторҙың Башҡортостанға яуап визиты сиктәрендә уға ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Рик Перри республикаға килергә риза булыуын белдерҙе.