3 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2013 йыл, 17:19

Өфөлә «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

14 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Музыкаль берҙәмлек көнө (DMC Fest) үтә. «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале 2011 йылдан алып ябыҡ бүлмәлә, «Өфө уттары» күңел асыу комплексында, үткәрелә ине. Быйыл көҙ ул тәүге тапҡыр асыҡ һауала үтәсәк. Фестиваль 11  сәғәт дауам итәсәк, унда бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 20-нән ашыу төркөмдөң сығыш яһауы, йәмғеһе 50 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Әлеге ваҡытта сарала ҡатнашасаҡ төркөмдәр исемлеге төҙөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтында урынлаштырылған. 2011 йылда музыкаль байрамда дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Фестивалдең тәүге көнөндә Рәсәйҙең «Мастер» трэш-метал төркөмө сығыш яһаны, икенсе көнөндә өфөлөләрҙе «Amatory» һәм «Jane Air» төркөмдәре ҡыуандырҙы.

2012 йылғы DMC Fest фестивалендә «Алиса», «Мастер», «Черный Обелиск», «Catharsis», «Артур Беркут», «Amatory», «Слот», «Louna», «Stigmata», «Jane Air» төркөмдәре һәм Германияның «Caliban» рокерҙары ҡатнашты.

темалар: фестивалдәр