6 декабрь, Шишәмбе

28 июнь 2013 йыл, 16:12

Республиканың алты проекты Волга буйы федераль округы гранттарына лайыҡ булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«iВолга-2013» йәштәр форумында Башҡортостан делегацияһы менән тәҡдим ителгән алты проект Волга буйы федераль округы гранттарына лайыҡ булды. Ике эш үҙ номинацияларында иң яҡшылары тип танылды һәм  I дәрәжә гранттар менән наградланды. Улар — Юрий Коевтың «Бережливый путь» проекты («Төҙөлөш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» сменаһы) һәм Дмитрий Саханьковтың «Смарт-парк» тип аталған эше.

Икенсе дәрәжә дипломдар һәм тейешле аҡсалата приздар менән Виктория Борисова, Артем Сәйетов, Зәлиә Бикмәтова тәбрикләнде. Илдус Вәғизов өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Эльдар Заһитов — йыһан карабын осороуҙы ҡарарға Байконурға путевка менән, Айрат Мөхәмәтдинов «Асыҡ инновациялар» форумында ҡатнашыуға путевка менән наградланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «iВолга-2013» форумына Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән меңдән ашыу проект тәҡдим ителде. Аҡсалата гранттарға ни бары 40 эш лайыҡ булды.

темалар: йәштәр форумы