10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2013 йыл, 14:08

БР Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмәһендә аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мәсьәләһе тикшереләсәк

автор: Алик Шакиров

2 июлдә Архангел районының Архангел ауылында һәм Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтәсәк. Ойоштороусылар булып БР Хөкүмәте, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, «БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай.

Кәңәшмәлә аҙ ҡатлы йорттар төҙөү эшен ойоштороу, федераль, республика һәм йорт хужаларының үҙҙәренең средстволарын йәлеп итеү мәсьәләләре тикшереләсәк, муниципаль райондар был өлкәләге тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Кәңәшмә эшендә БР Хөкүмәте вәкилдәре, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, подряд, төҙөлөш ойошмалары, төҙөлөш материалдары етештереүселәр – йәмғеһе 90-дан ашыу кеше ҡатнашасаҡ.