5 декабрь, Дүшәмбе

28 июнь 2013 йыл, 13:51

Өфө районында 26 йәшлек кеше батып үлгән

автор: Ольга Мортазина

Ағиҙел йылғаһында Алексеевка ауылында йәшәгән 26 йәшлек кеше батып үлгән. Дуҫтары менән ял иткән ваҡытта ул компаниянан айырылып, йөрөп килергә булған, әммә бер нисә сәғәттән һуң да әйләнеп ҡайтмаған. Дуҫтары уны эҙләргә сыҡҡан һәм яр буйында кейемдәрен тапҡан. Егеттең мәйетен һыу аҫтынан улар үҙҙәре сығарған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәш кеше иҫерек килеш һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән. Аҙна башынан алып республика йылға-күлдәрендә йәмғеһе алты кеше батып үлгән.