7 декабрь, Шаршамбы

28 июнь 2013 йыл, 12:08

Һиндостандың бизнес-элитаһын Башҡортостандың биотехнологиялар, станоктар эшләү һәм фармацевтика өлкәләре ҡыҙыҡһындыра

автор: Алик Шакиров

Мәскәүҙә, Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы илселегендә, көн элгәре Башҡортостандың презентацияһы үтте, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән. Республика исеменән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төбәктең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренесе урынбаҫары Рөстәм Хәйруллин, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, Энергия ресурстарын транспортлау мәсьәләләре институты директоры, «Башҡортостан — Һиндостан» дуҫлыҡ йәмғиәте рәйесе Әсғәт Ғүмәров, шулай уҡ төбәктең ҙур предприятиелары вәкилдәре сығыш яһаны.

Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аджай Малхотра үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан халҡын һәм мәҙәниәтен яратыуы һәм ҡәҙерләүе хаҡында әйтте. Илсе республиканың юғары мәҙәни кимәлен билдәләне. Шулай уҡ ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Рәсәйҙә берҙән-бер Джавахарлал Неру премияһы лауреаты булыуын иҫкә төшөрҙө.

Башҡортостан вәкилдәре үҙҙәренең сығыштарында республиканың инвестицион мөмкинлектәре һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Һөҙөмтәлә Һиндостан бизнесмендарында биотехнологиялар, фармацевтика һәм станоктар эшләү өлкәләрендәге бер нисә проект ҡыҙыҡһыныу уятты.

БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов, үҙ сиратында, Һиндостандың БРИКС һәм ШОС халыҡ-ара ойошмаларында мөһим урын биләүе һәм Башҡортостандың Һиндостан менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуы хаҡында әйтте.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Башҡортостан баш ҡалаһында инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Өфө – әүҙем үҫешкән заманса мегаполис ҡына түгел, ә ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт шатланып ҡаршы алған ҡала ла. Баш ҡала мэры Һиндостан делегацияһын Өфөгә килергә саҡырҙы.