9 декабрь, Йома

28 июнь 2013 йыл, 11:34

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы төбәктең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы менән кәңәшмә үткәрҙе. Осрашыу барышында БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау буйынса һайлау кампанияһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

2013 йылдың һайлау кампанияһы үҙенсәлектәре тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне. Уның билдәләүенсә, төрлө кимәлдәге һайлау комиссиялары менән киң мәғлүмәт саралары араһында күптән йылы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылған. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе алдағы һайлауҙарҙа ла халыҡ араһында мәғлүмәт таратыу һәм агитация үткәреү мәсьәләләре буйынса артабанғы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

Сарала «БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау буйынса һайлау кампанияһында киң мәғлүмәт сараларының ҡатнашыуы» доклады менән БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, һайлауҙарҙы мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү закон тарафынан ике өлөшкә бүленә: һайлаусылар араһында мәғлүмәт татартыу һәм һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу.