9 декабрь, Йома

28 июнь 2013 йыл, 11:03

Бишбүләк районының халыҡ ансамблдәре «Акатуй» сыуаш байрамында ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

Бишбүләк районының «Шура хуран» халыҡ сыуаш фольклор-этнография ансамбле (етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Валентина Иванова) һәм «Росинка» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Елена Арефьева) Башҡортостан исеменән Сыуашстандың баш ҡалаһында үткән «Акатуй» байрамында сығыш яһаны. Делегацияны Бишбүләк районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Арефьева һәм Башҡортостан сыуаштары Канашы Башҡарма комитеты ағзаһы Юрий Михайлов етәкләне.

Байрамда Рәсәйҙең һәм Белоруссияның 18 төбәгенән 23 ижади коллектив сығыш яһаны. Шулай уҡ Чебоксар халҡына һәм ҡунаҡтарына Сыуашстандың барлыҡ ҡала һәм райондарының халыҡ коллективтары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Сарала йәмғеһе 300-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Бынан тыш, байрам сиктәрендә XI «Русь мастеровая» бөтә Рәсәй биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары конкурсы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.