11 декабрь, Йәкшәмбе

28 июнь 2013 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты

автор: Сергей Захаров

27 июндә Һамарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ултырышта округ төбәктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дәүләт башлығының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, башҡа власть органдарына ҡарағанда, урындағы үҙидара халыҡҡа яҡыныраҡ тора, шуға күрә муниципаль власть органдарының үҫеше, шул иҫәптән уларҙың иҡтисади үҙ аллылығын арттырыу, айырыуса мөһим.

— Урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен үтәүгә сығымдар уларҙың үҙҙәренең килемдәре менән ҡапланырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Бабич.

Башҡортостан Президенты журналистар менән аралашыу барышында шулай уҡ үҙенең фекерен белдерҙе. Һорауҙарҙың береһе түбәндәгесә яңғыраны:

— Муниципалитеттарҙың бурыстары күп булып та, аҡсаһы булмаған осраҡтар Башҡортостанға ла хасмы? Был мәсьәләне нисек хәл итергә була? Республикала муниципалитеттарға 100-шәр мең һум аҡса бүленә башланы. Был средстволар артабан да бүленәсәкме?

— Муниципалитеттар кимәлендә финанс, ойоштороу, ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр тағы ла күберәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Минеңсә, был кимәлдә төп мәсьәлә хәл ителмәгән – ул кешеләрҙе үҙидаралыҡҡа йәлеп итеү. Был кимәлдәге власть  эшмәкәрлегендә бюрократизм, административ баҫым күҙәтелә. Шуға күрә бөгөнгө көндә муниципалитеттарҙа ниндәй объекттар төҙөргә, ҡайһыларын ремонтларға, ниндәй йүнәлештәрҙе үҫтерергә кәрәклеген халыҡ үҙе хәл итергә тейеш. Бындай үҙидаралыҡ, әлбиттә, юҡ. Былай ҡалдырырға ярамай, ниҙер үҙгәртергә кәрәк, сөнки ресурстар ҙа юҡ, власть та юҡ. Быны инде барыһы ла аңлай башланы кеүек, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был мәсьәлә юғарыраҡ кимәлдә, бәлки, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы кимәлендә тикшерелергә тейеш.

— Анализ яһау, дөйөмләштереү талап ителә. Ә беҙ биргән 100 мең һум аҡса башҡарылырға тейеш эштәрҙең бәләкәй бер өлөшө генә булып тора. Әлбиттә, бындай ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһында ауыл советтары менән ошо рәүешле эшләгән беренсе һәм әлегә берҙән-бер төбәк. Әммә иң мөһиме шуны билдәләргә кәрәк – нимә ул урындағы үҙидара, үҙ эсенә ул нимәләрҙе ала, нисек финансланырға тейеш, урындағы власть кимәлендә ниндәй һалымдар нығытылырға тейеш. Ул саҡта бөтөнләй икенсе тормош башланасаҡ. Ә әлегә был тик декларация ғына, — тип билдәләне республика етәксеһе.

темалар: бр президенты