11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2013 йыл, 17:09

Башҡортостандың һигеҙ инновация проекты Волга буйы федераль округы гранттарына дәғүә итә

автор: Арина Рәхимҡолова, Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың һигеҙ инновация проекты «iВолга-2013» йәштәр форумы сиктәрендә Волга буйы федераль округы гранттарына дәғүә итә. Улар яҡынса исемлеккә индерелде. Бөгөн, форумдың аҙаҡҡы көнөндә, исемлек Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичка тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ бөгөн авторҙар округ субъекттары етәкселәренә үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итәсәк. Волга буйы федераль округы гранттарына йәмғеһе 40 эш лайыҡ буласаҡ. Был средстволарға йәш ғалимдар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра аласаҡ.

Яҡынса исемлектә Илдус Вәғизов, Юрий Рычков, Виктория Борисова, Артем Аитов, Юрий Коев, Альберт Зарипов, Дмитрий Саханьков, Герман Титовтың проекттары бар.

— Форум эксперттары Башҡортостан йәштәренең проекттарына юғары баһа бирҙе. Был эштәр «Селигер» форумында ла лайыҡлы тәҡдим ителер, тип ышанам, — тине Башҡортостан делегацияһы етәкселәренең береһе Александр Никерин.

темалар: йәштәр форумы