Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлөләр Йәштәр көнөн экстремаль спорт төрҙәре фестивале һәм рок-концерт менән билдәләйәсәк

Йәмғиәт

Бөгөн, 27 июндә, Рәсәйҙә Йәштәр көнө билдәләнә. Был байрам 20 йыл элек РФ Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Милли йәштәр берләшмәләре советы тәҡдиме буйынса Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың бойороғо менән булдырылды.

Йола буйынса, Йәштәр көнөндә илдең барлыҡ субъекттарында төрлө байрам саралары, рок-фестивалдәр, концерттар ойошторола.

Өфөлә байрам йома, 28 июндә, билдәләнәсәк. Саралар Конгресс-холл янындағы скейт-паркта башлана. Унда слэклайн, стрит-воркаут, скейтбординг, брейк-данс кеүек экстремаль спорт төрҙәре буйынса фестиваль үтәсәк. Салауат Юлаев исемендәге майҙанда каскадерҙар, автомобиль һәм мотоцикл йөрөтөүселәр сығыш яһаясаҡ.

Йәштәр байрамы «SteVIA», «The Times», «Dead Man’s Chest», «ФАRШАТОФ», «Арғымаҡ», «5'sta Family» төркөмдәренең сығыштары һәм fire-шоу менән тамамланасаҡ.

Саралар 14 сәғәттән 23 сәғәткә  тиклем үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть