Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Һайлау кампаниялары бер ваҡытта ла еңел үтмәй»

Йәмғиәт

— Был һайлау кампанияһы ауыр буласаҡ, һайлау кампаниялары бер ваҡытта ла еңел үтмәй, — тине Рөстәм Хәмитов республика парламентарийҙары алдында сығыш яһап. – Сөнки йәмғиәттә барлыҡҡа килгән скептицизм, ялған, яла яғыуҙар аша үтергә тура килә. Быларҙың барыһы ла буласаҡ.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, оппозиция үҙенең ҡарарҙарын һәм тәҡдимдәрен үткәреү өсөн власть өсөн көрәшергә тырышасаҡ.

— Быға айыҡ аҡыл менән ҡарарға кәрәк. Артыҡ эмоциялар кәрәкмәй, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Йыш ҡына эмоцияларға бирелеп, көсөбөҙҙө, ыңғай потенциалыбыҙҙы юғалтабыҙ. Оппозицияға шул кәрәк тә инде – көсөбөҙҙө бөтөрөү өсөн, аңлайышһыҙ, конфликтлы ваҡиғалар булдырыу.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, беҙ ошо ваҡиғалар солғанышында буласаҡбыҙ.

— Әммә бындай хәлгә тыныс, айыҡ аҡыл менән ҡарарға кәрәк, һәм, минеңсә, бындай эшмәкәрлек ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, — тигән ышаныс белдерҙе республика башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть