4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2013 йыл, 15:12

Башҡортостан делегацияһы IV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан делегацияһы 29 июндә Пермь крайының Барда ҡасабаһында үтәсәк IV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашасаҡ.

Сараға илдең 19 төбәгенән меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә.

БР мәҙәниәт министрының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге рәсми делегация составында Тәтешле һәм Дүртөйлө райондарының хакимиәт башлыҡтары Рушан Гәрәев һәм Ринат Хәйруллин, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, төбәктең мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев бар.

Делегацияның ижади коллективына Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Рәсүл Ҡарабулатов етәкселек итә.

Сара сиктәрендә БР Милли музейы, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» предприятиеһы, Тәтешле һәм Дүртөйлө райондарының күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

Байрамды ойоштороусылар булып Пермь крайы хакимиәте, Башҡортостандың һәм Татарстандың Мәҙәниәт министрлыҡтары сығыш яһай.