Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«ПромТрансБанк» коммерция банкы «Оперение» бөтә Рәсәй фестивален ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте

Йәмғиәт

«ПромТрансБанк» коммерция банкы социаль һәм хәйриә башланғыстары өлкәһендә үҙенең сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Оперение-2013» бөтә Рәсәй фестивален ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәтте. Фестивалдә Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ҡарамғында эшләгән ижади үҫеш студиялары ҡатнаша.

Сара 24 июндә Өфөлә старт алды. Унда Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында урынлашҡан 13 студиянан 500-гә яҡын бала һәм уларҙың уҡытыусылары ҡатнаша. Баланы һәр яҡтан үҫешкән ижади шәхес итеп тәрбиәләү фестивалдең төп маҡсаты булып тора.

Форум сиктәрендә «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ҡарамағындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә шөғөлләнеүселәрҙең дә сығыштары плалаштырылған. «ПромТрансБанк» әлеге фондтың стратегик партнеры булып тора.

Банк Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хәйриә эшмәкәрлеге, бағыусылыҡ, мәрхәмәтлек — «ПромТрансБанк» эшмәкәрлегенең айырып алғыһыҙ өлөшө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть