7 декабрь, Шаршамбы

27 июнь 2013 йыл, 11:33

Бөрө ҡалаһының йәш гвардиясылары етем балалар өсөн концерт ойошторҙо

автор: Арина Рәхимҡолова

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе активистары етем балалар өсөн тәғәйенләнгән «Ыласын» сәләмәтләндереү лагерында булды, тип хәбәр итә ER.RU. Йәш гвардиясылар балалар өсөн эстафета үткәрҙе, концерт ойошторҙо.

Активистар тәүге минуттарҙан уҡ балалар менән уртаҡ тел тапты, ә лагерҙа ял итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡунаҡтарҙы лагерҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы, көн тәртибе тураһында һөйләне.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, һәр балаға иғтибар, ихтирам кәрәк, бөтә балаларҙың да бәхетле киләсәккә хоҡуғы бар.

– Балалар – беҙҙең киләсәк. Алдағы көндәребеҙ балаларҙы нисек үҫтереүҙән, тәрбиәләүҙән, күңелдәренә рухи ҡиммәттәр һеңдерә алыуҙан тора, — тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Анастасия Пакуртдинова.