Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов McKinsey компанияһының Рәсәй буйынса идара итеүсе партнеры менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов McKinsey компанияһының Рәсәй буйынса идара итеүсе партнеры Виталий Клинцов менән осрашты. Осрашыу Республика йортонда үтте. Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһының 1-се лицейында McKinsey компанияһының мәктәп системаларын камиллаштырыу буйынса программаһын индереүҙең яҡынса һөҙөмтәләренә баһа бирҙе. Осрашыу барышында компанияның был тәжрибәһен Өфөнөң дөйөм белем биреү учреждениеларында таратыу мөмкинлектәре тикшерелде.

— Республикабыҙҙың мәғариф системаһы насар түгел — ул яйға һалынған, тотороҡло, был өлкәлә етди кешеләр эшләй, яҡшы компетенциялар бар, — тип билдәләне республика етәксеһе. – Әммә 1-се лицейҙың нисек эшләүен, проекттың үҫешеүен күреп, был ыңғай тәжрибәне таратырға, нығытырға теләр инек.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика белем биреүҙең иң камил формаларына күсергә теләй.

— Үҙгәртеп ҡороуҙың, позицияларҙы нығытыуҙың, мәктәптәрҙең ғәмәлдәге реформаларға бәйле яңы хәлгә яраҡлашыуының яңы алымдарын әҙерләү өҫтөндә бергәләп уйларға кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. – Балалар мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн, унда ашҡынып торһон өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.

2011 йылдан башлап «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге ярҙамында Салауат ҡалаһының 1-се лицейында McKinsey компанияһының мәктәп системаларын камиллаштырыу буйынса программаһы тормошҡа ашырыла. Проект дөйөм белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть