9 декабрь, Йома

27 июнь 2013 йыл, 10:31

Һиндостандың Мәскәүҙәге илселегендә Башҡортостандың презентацияһы үтәсәк

автор: Алик Шакиров

Кесе йома, 27 июндә, Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы илселегендә Башҡортостандың презентацияһы үтә. Унда республиканың иҡтисади, инвестицион һәм сәнәғәт мөмкинлектәре тәҡдим ителәсәк.

Республика исеменән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төбәктең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренесе урынбаҫары Рөстәм Хәйруллин, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, Энергия ресурстарын транспортлау мәсьәләләре институты директоры, «Башҡортостан — Һиндостан» дуҫлыҡ йәмғиәте рәйесе Әсғәт Ғүмәров, шулай уҡ төбәктең ҙур предприятиелары вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Осрашыуҙа Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аджай Малхотра, Һиндостандың ҙур предприятиелары вәкилдәре, дәүләт структуралары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Сара программаһында Башҡортостан иҡтисадының сәнәғәт һәм аграр секторҙарының, республиканың инвестицион һәм фәнни мөмкинлектәренең презентациялары, бизнес вәкилдәренең сығыштары, фекер алышыу, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының мини-спектакле ҡаралған, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.