5 декабрь, Дүшәмбе

27 июнь 2013 йыл, 9:50

2013-2018 йылдарға Өфөнө инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы раҫланды

автор: Арина Рәхимҡолова

26 июндә ҡала Советы ултырышында 2013-2018 йылдарға Өфөнө инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы раҫланды. Сараны ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко үткәрҙе.

Өфө хакимиәте башлығының инвестициялар буйынса урынбаҫары Илдар Хәсәнов хәбәр итеүенсә, әлеге документта ҡаланы инвестицион йәһәттән үҫтереүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнгән. Ҡабул ителгән стратегияны тормошҡа ашырыу баш ҡаланың абруйын арттырырға тейеш. Илдар Хәсәнов һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа Өфөлә йән башына иҫәптә инвестициялар күләме арта бара. Әммә күрше төбәктәрҙең миллионлы ҡалалары араһында әлеге күрһәткес буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы алтынсы урында килә. Стратегия ҡабул ителгәс, хакимиәт башлығы урынбаҫары иҫәпләүенсә, биш йыл эсендә Өфө өсөнсө урынға сығырға тейеш.

Шулай уҡ ҡала Советы ултырышында көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарып түгеү, утилләштереү һәм эшкәртеү, ер менән файҙаланыу һәм ҡалала төҙөлөш эштәре алып барыу ҡағиҙәләрен ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелде. Өфө биләмәһендә муниципаль торлаҡ контроле тураһында положение раҫланды. Йәмғеһе 18 һорау ҡаралды.