Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республика журналистары «Рәсәй патриоты» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла

Йәмғиәт

Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға XII «Рәсәй патриоты» бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. Бәйге «2011-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә.

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға рәсми рәүештә теркәлгән электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ авторҙар (авторҙар коллективтары) саҡырыла. Уларҙың патриотик йүнәлештәге материалдары киң мәғлүмәт сараларында 2012 йылдың сентябренән 2013 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан булырға тейеш.

Төбәк этабында һайлап алынған эштәр теркәп ебәрелә торған материалдар менән ҡуша ағымдағы йылдың 15 авгусына тиклем 119019, Мәскәү ҡалаһы, Никитский бульвары, 8/3, 4-се ҡат адресы буйынса Халыҡ-ара матбуғат клубына, «Рәсәй патриоты» конкурсының Федераль дирекцияһына ебәрелә.

Конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын октябрь аҙағында Белгородта үткәреү планлаштырыла. Иң яҡшы эштәр авторҙары аҡсалата премиялар, приздар һәм дипломдар аласаҡ. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть