Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала информатика уҡытыусылары өсөн йәйге мәктәп асылды

Йәмғиәт

Өфө дәүләт авиация техник университетында информатика уҡытыусылары өсөн йәйге мәктәп асылды. Уның эшендә Өфө, Яңауыл ҡалалары, Нуриман, Благовещен, Мәсетле һәм башҡа райондарҙың уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнаша.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, программала уҡытыусы-эксперттар, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, университеттың алдынғы ғалимдарының лекциялары ҡаралған. Шулай итеп, Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу-методика эше буйынса проректоры, кафедра мөдире Рафаил Ғәзизов фән һәм мәғариф өлкәләрендә компьютер технологиялары тураһындағы доклад менән сығыш яһаясаҡ. Университеттың мәғариф өлкәһендә инновацион технологиялар бүлеге начальнигы Ришат Ғабдулхаҡов Башҡортостанда дистанцион белем биреү системаһын ойоштороу өсөн махсус технологиялар ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк.

Йәйге мәктәп 28 июнгә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть