8 декабрь, Кесе йома

26 июнь 2013 йыл, 15:17

Рөстәм Хәмитов Паралимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: "Башинформ"

25 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тула өлкәһенең Алексин ҡалаһында Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙың физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырыу һәм Паралимпия, Сурдлимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмә барышында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға «Асыҡ мөхит» программаһының киләһе версияһына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спорт объекттарына йөрөү мөмкинлектәрен арттырыуға бәйле саралар индерергә ҡушты.

Ғәмәлдәге «Асыҡ мөхит» программаһы 2015 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән.

РФ Хөкүмәте Премьер-министры белдереүенсә, 2020 йылға тиклем спорт менән шөғөлләнә алған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һаны алты тапҡырға артырға тейеш, әммә әлегә бындай шарттар төбәктәрҙең 20 процентында ғына булдырылған. Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, инвалидлығы булған 13 миллион кеше өсөн асыҡ мөхит булдырыу үтә мөһим.

— Сурдлимпия һәм Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан Рәсәй йыйылма командаларының уңыштары менән ғорурланабыҙ. Һәр миҙал артында күпме көс, батырлыҡ тора. Был еңеүҙәр башҡа бик күп кешеләрҙе лә илһамландыра. Был рух һәм ихтыяр көсө өлгөһө булып тора, — тине Дмитрий Медведев.

Кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Башҡортостан Республикаһы спортсылары бихисап миҙалдар яулауын дауам итә. Үткән йылда тамамланған Паралимпия уйындарында Рәсәй 36 миҙал яуланы, шуларҙың өстән бер өлөшө – 12 миҙал Башҡортостан спортсыларының ҡаҙаныштары булып тора. Был бик яҡшы һөҙөмтә», тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы танылған спортсы Рима Баталова менән таныштырҙы.

— Ул – 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы. Әлбиттә, бындай уңыштарға системалы эшләү һөҙөмтәһендә генә өлгәшеп була. Шулай уҡ барлыҡ компетенцияларҙың – тренерҙарҙың, спорт ҡорамалдарының, спортсылар әҙерләү үҙәктәренең булыуы шарт. Беҙҙә инвалидтарға ярҙам күрһәткән 42 социаль-психологик ярҙам үҙәге эшләй. Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге белгестәре паралимпиясыларҙы психологик оҙатыу йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтә, — тине республика башлығы.

— Махсус спорт объекттарын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Атап әйткәндә, һаңғырауҙар өсөн мәктәп-интернатта «яһалма боҙ» — ҙур булмаған спорт объекты төҙөлә башланы. Әйткәндәй, был ҡиммәткә лә төшмәй. Бөгөнгө көндә ҡиммәт булмаған проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин, 50-60 миллион һумға яҡшы спорт объекттарын төҙөргә була, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Ғөмүмән алғанда, был йәһәттән системалы эш алып барабыҙ. Беҙҙә йәнә бер яҡшы, ҡыҙыҡлы проект бар – Паралимпия спорты үҙәген төҙөү. Ул арзан түгел, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә унда 400 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлттек.

Президент билдәләүенсә, проекттың дөйөм хаҡы 2,3 миллиард һум тәшкил итә. 2014 йылдың декабрендә уны файҙаланыуға тапшырыу өсөн йәнә 1,9 миллиард һум кәрәк. Бының өсөн төҙөүселәр ҙә, майҙансыҡ та бар. Иң ауыр эштәр башҡарылған. Быйыл проектҡа 700-800 миллион һум йүнәлтеү һәм киләһе йылда объектты сафҡа индереү планлаштырыла. Был Паралимпия спорты йәһәтенән дә, илдә бындай ҡеүәтле спорт объектының булыуы йәһәтенән дә ҙур алға китеш буласаҡ, тип билдәләне республика етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә илдә бындай объекттар юҡ. Рөстәм Хәмитов Дмитрий Медведевтан Паралимпия спорты үҙәген төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.

Дмитрий Медведев республиканың был үтенесен ентекле тикшерергә һүҙ бирҙе.