3 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2013 йыл, 13:25

Өфөлә Олимпия һәм Паралимпия уттары эстафеталарын ойоштороу буйынса эш осрашыуы үтте

автор: Дмитрий Слезин

Көн элгәре Өфөлә Олимпия һәм Паралимпия уттары эстафеталарын ойоштороу мәсьәләләре буйынса эш осрашыуы үтте. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтары составына ингән барлыҡ республика, өлкә һәм край вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта был осрашыуҙың барыһы өсөн дә мөһим булыуын билдәләне.

— Осрашыуҙа үҙебеҙҙең төбәктә Эстафета үткәреү мәсьәләләрен тикшереп, ойоштороусыларға һорауҙар бирә һәм тәжрибә уртаҡлаша алабыҙ.

Осрашыу барышында маршрут программаһы тикшерелде. Федераль округтар вәкилдәре Эстафета сиктәрендә үҙҙәренең төбәктәрендә саралар үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәр төбәктең бурысы – үҙен иң яҡшы яҡтан күрһәтеү һәм маршрут барышында иң ҡыҙыҡлы иҫтәлекле урындар менән таныштырыу, шулай уҡ Эстафетала ҡатнашыуға кандидаттар сифатында иң лайыҡлы кешеләрҙе тәҡдим итеү.

«Сочи 2014» ойоштороу комитеты эстафета утын йөрөтөүселәрҙең тулы исемлеген 2013 йылдың 7 июлендә иғлан итәсәк. Эстафета 7 октябрҙә Мәскәүҙә старт алып, 2014 йылдың 7 февралендә XXII ҡышҡы Олимпия уйындары баш ҡалаһында тамамлана. Олимпия уты эстафетаһы Рәсәйҙең 83 субъекты буйлап үтәсәк һәм 123 көн дауам итәсәк. Дөйөм оҙонлоғо – 65 мең километрҙан ашыу.