3 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2013 йыл, 12:27

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Лариса Кучина яуап бирҙе

автор: Сергей Захаров

26 июндә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығы начальнигы Лариса Кучинаның онлайн-конференцияһы үтте. Ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында ҡабул ителгән һорауҙарға яуап бирҙе.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырылды.

Лариса Кучинаның  интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.