7 декабрь, Шаршамбы

26 июнь 2013 йыл, 9:59

Октябрьскийҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт фестивале үтте

автор: Людмила Терновая

Октябрьскийҙа ҡаланың социаль хеҙмәтләндереү дәүләт учреждениеларында йәшәгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында мәҙәни-спорт фестивале үтте. Бәйгелә психоневрология интернаттары, ҡарттар һәм инвалидтар йорттары, инвалидтар өсөн балалар йорттарынан 12-78 йәштәрҙәге 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар туристик йыр, йәйәүлеләр туризмы, гер күтәреү, дартс, йүгереү буйынса көс һынашты. Турнирҙан һуң милли уйындар ойошторолдо.

Сара йомғаҡтары буйынса йыйылма командалар араһында беренсе урынға Октябрьский лайыҡ булды. Абсолют еңеүсе тип Нефтекама психоневрология интернаты танылды, учреждениеға күсмә Кубок тапшырылды.

Фестиваль юғары кимәлдә үтте. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ул ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде, тип хәбәр иттеләр Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: фестивалдәр