Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сифат өлкәһендә БР Президенты премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

Иҡтисад

Предприятиелар сифат өлкәһендә 2013 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Заявкалар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, премиялар тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, тауар һәм хеҙмәттәр хәүефһеҙлеген тәьмин иткән, сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын ҡулланылышҡа индергән ойошмаларға бирелә.

Предприятиеларҙы ошо уҡ өлкәлә РФ Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурсҡа әҙерләү республика бәйгеһенең төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Конкурс шарттары һәм баһа биреү критерийҙары менән БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть