Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Ҡурай моңо яңғыраған төйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк

Мәҙәниәт

29 июндә Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында «Ҡурай моңо яңғыраған төйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ» («Сохраним край, где звучит курай») тип аталған Азия һәм Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестиваль-марафоны үтә. Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала.

Байрам программаһында ҡырғыҙ, әрмән, әзербайжан, төркмән, тажик, чечен, дағстан, грузин, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтарҙың музыкаль номерҙары ҡаралған. Байрам ҡунаҡтары өсөн халыҡтар дуҫлығын һәм берҙәмлеген сағылдырған театрлаштырылған сағыу тамаша тәҡдим ителәсәк.

Проект милли мәҙәниәтте тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға еткереү, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың традицияларына йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.

Фестиваль 14.00 сәғәттә башлана. Инеү – бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть