6 декабрь, Шишәмбе

25 июнь 2013 йыл, 13:32

Рәсәйҙә социаль проект - «Минең беренсе тренерым» конкурсы старт алды

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәйҙә социаль проект — «Минең беренсе тренерым» конкурсы старт алды. Тормошон йәш спортсылар тәрбиәләүгә бағышлаған тренерҙарҙы билдәләү бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Проект «Сочи 2014» ойоштороу комитеты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Әлеге проект спортсыларға үҙҙәренең беренсе уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә мөмкинселек бирә.

Премия өлкә һәм ҡала спорт мәктәптәре, секциялар, командалар тренерҙарына тапшырыла.

Бәйге сиктәрендә теләгән һәр кеше үҙенең уҡытыусыһын конкурста ҡатнашыуға тәҡдим итә ала. Бының өсөн сайтта заявка тултырыу мотлаҡ. Заявкалар 2013 йылдың 15 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

Жюри составында – Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, ике тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, «Сочи 2014» илсеһе Олеся Владыкина, «Р-Спорт» спорт яңылыҡтары агентлығы редакцияһы етәксеһе Василий Конов, Рәсәй Профессиональ тренерҙар ассоциацияһы президенты Юрий Овчинников һәм спорт комментаторы Дмитрий Губерниев.

Еңеүселәр ике категорияла билдәләнәсәк: йәш спортсылар тренеры һәм инвалид спортсылар тренеры. Ике еңеүсе лә аҡсалата приз, шулай уҡ 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындарына путевка менән тәбрикләнәсәк. Еңеү яулаған тренерҙарҙы конкурсҡа тәҡдим итеүселәргә лә бүләктәр тапшырыласаҡ.