11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2013 йыл, 12:19

Өфөлә «Оперение-2013» фестивале башланды

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә «Оперение-2013» ижади үҫеш студиялары фестивале асылды. Сара урындағы бағыусылар ярҙамында Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды менән ойошторола. Фестивалдә Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында урынлашҡан 13 студиянан 500-гә яҡын бала һәм уларҙың уҡытыусылары ҡатнаша. Матбуғат конференцияһында Константин Хабенский хәбәр итеүенсә, йәш артистарға үҙҙәренең ҡалалары тураһында «Ә беҙҙә…» тип аталған ун минутлыҡ тамаша әҙерләргә ҡушылған ине. Сара сиктәрендә шулай уҡ балалар импровизациялар башҡарасаҡ, шиғриәт кисәһе ойоштороласаҡ.

Константин Хабенский билдәләүенсә, студияларҙың төп маҡсаты – театраль юғары уҡыу йорттарына буласаҡ студенттар әҙерләү түгел, ә ижади шәхестәр тәрбиәләү.

Тәүге ижади үҫеш студиялары 2008  йылда булдырылды. 2011 йылда бындай студия Өфөлә — 49-сы мәктәп нигеҙендә асылды. «Студияла шөғөлләнгән балалар үҙ-ара ярышырға, тәжрибә уртаҡлашырға тейеш. Шулай итеп фестиваль ойоштороу идеяһы килеп тыуҙы. Бөгөнгө көнгә проектта ҡатнашыусыларҙың кимәле бер тигеҙ. Былтырғы фестивалдә, мәҫәлән, Ҡазан ныҡ айырылып тора ине. Йыл дауамында төрлө студяларҙа булып, барыһының да ошо кимәлгә етеүен, ә ҡайһы берәүҙәренең хатта үтеп китеүен күрҙек», — тип һөйләне проекттың художество етәксеһе.

Фестиваль «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үтә.