8 декабрь, Кесе йома

25 июнь 2013 йыл, 11:09

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары яңы миҙгелгә премьералар әҙерләй

автор: Эльмира Сабирова

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле яңы миҙгелгә премьералар әҙерләй. Дүшәмбе, 24 июндә, бейеүселәр коллективтың художество советына алты постановка тәҡдим итте. Улар араһында: рус бейеүе «Калинка» (ҡуйыусыһы — Һамарҙан Алексей Шишкин), ир-егеттәр башҡорт бейеүе «Ете ырыу» (хореографы — Рәис Низаметдинов), башҡорт бейеүе «Икмәккә мәҙхиә» (ҡуйыусыһы — Марат Кәримов), тергеҙелгән бейеү «Башҡорт краковягы», «Ҡоралай» һәм шаян бейеү «Әтәс» (хореографы — Риф Ғәбитов). Әйткәндәй, Риф Ғәбитов һүҙҙәренсә, яңы ижад миҙгеленә ул 10 бейеү ҡуйырға планлаштыра.

Сараға БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, ансамбль ветерандары ла саҡырылды.

Ансамблдең художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев «Калинка» бейеүе тураһында һүҙ йөрөтөп, уның ағымдағы йылдың октябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы сиктәрендә тәҡдим ителәсәк концерт программаһына индереләсәге хаҡында әйтте.

Артабан һәр бейеү айырым тикшерелде, ҡайһы берәүҙәре буйынса тәҡдимдәр индерелде.

Тикшереү барышында билдәләүҙәренсә, Игорь Моисеев, Фәйзи Ғәскәров, Михаил Годенко кеүек легендар хореографтарҙан һуң яңы бейеүҙәр ҡуйыуы ауыр. Әммә, Филүс Ҡаҙаҡбаев билдәләүенсә, шулай ҙа был йүнәлештә эшләргә, алға табан барырға, үҫешергә кәрәк.

Ансамблдең художество етәксеһе хәбәр итеүенсә, 12 авгусҡа тиклем коллектив отпускыла буласаҡ. Бер аҙҙан һуң тәҡдим ителгән бейеүҙәр буйынса һуңғы ҡарар ҡабул ителәсәк.