4 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2013 йыл, 10:02

«Берҙәм Рәсәй»ҙән БР Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар раҫланды

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Дүшәмбе, 24 июндә, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында берҙәм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса исемлек раҫланды. Ҡарар йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде.

— Праймериз йомғаҡтары беҙгә лайыҡлы кандидаттарҙы тәҡдим итергә мөмкинселек бирҙе, тип иҫәпләйем, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Константин Толкачев. – Исемлектә – 200-ҙән ашыу кеше. Улар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Уларҙың барыһы ла танылған кешеләр – уҡытыусылар, табиптар, йәштәр.

Берҙәм һайлау округы буйынса исемлеккә 158 кандидатура, шул иҫәптән дөйөм республика исемлеге буйынса өс кандидатура – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, эшҡыуар Илья Кулаков һәм «БЮТ» телеканалының баш мөхәррире Эльвира Айытҡолова инде.

Бер мандатлы һайлау округтары буйынса исемлеккә 55 кеше инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙең дөйөм исемлегендә — 213 кандидат. Улар партия эсендә алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса тәҡдим ителде.

Республикала юғары сәйәси әүҙемлек осоро – Башҡортостандың закондар сығарыу органына һайлауҙар башланды, тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Константин Толкачев. Кисәге конференцияла «Берҙәм Рәсәй» барлыҡ төбәк төркөмдәре буйынса кандидаттарҙы раҫланы.

Константин Толкачев төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү айҡанлы яңы бурыстар тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул һайлауҙарҙа лайыҡлы кешеләрҙең еңеренә ышаныс белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының 83 900 ағзаһы теркәлгән. Төбәк сәйәси бүлексәһе конференцияһында урындағы барлыҡ 69 бүлексәнән 241 делегат һайланды.