7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2013 йыл, 17:45

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙән БР Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген етәкләне

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген етәкләне.

– «Берҙәм Рәсәй»ҙән тәҡдим ителгән кандидаттарҙың өстән ике өлөшө республика парламентына тәүгә бара, — тине Рөстәм Хәмитов депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыуҙа. – Парламентҡа яңы кешеләр бара, команда яңыртыла. «Берҙәм Рәсәй»ҙең был һайлауҙарҙа партия исемлегендә беренсе булыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итәм. Был командаға ышанам һәм уның эшмәкәрлеге өсөн өҫтөмә яуаплылыҡ алырға әҙермен.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың сентябрендә республика халҡы БР Дәүләт Йыйылышының яңы составын һайлаясаҡ.

– Өс йыл элек алдыбыҙға халыҡ тормошон яҡшыртыу бурысын ҡуйғайныҡ. Власть граждандарҙың көндәлек ихтыяждарына – эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү мәсьәләләренә йөҙө менән борола башланы. «Халыҡ өсөн эшләү» формулаһы беҙҙең өсөн төп йүнәлешкә әйләнде, — тине Рөстәм Хәмитов, парламентҡа кандидаттар алдында сығыш яһап. – Бөгөн республикала эш хаҡы кимәле тотороҡло үҫешә. Үҫеш темптары буйынса беҙ, ниһайәт, уртаса Рәсәй күрһәткестәрен үтеп киттек. Ыңғай динамика күҙаллана. Яңы эш урындары булдырыла, һөҙөмтә булараҡ, эшһеҙлек кимәле түбәнәйә.

Президент билдәләүенсә, торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеш темптары буйынса ла беҙ уртаса Рәсәй кимәлен үтеп киттек. Шулай итеп, 2018 йылда беҙҙә бер кешегә 27 квадрат метр булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ төбәктә демографик күрһәткестәрҙең яҡшырыуы хаҡында әйтте. Уның һүҙҙәренсә, республикала халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.

– Күп эштәр эшләнде, әммә был тәүге аҙымдар ғына. Башҡортостанда йәшәгән һәр ғаилә үҙ тормошоноң яҡшырыуын тойһа, шул саҡта ғына маҡсатыбыҙға ирешеүебеҙ хаҡында әйтә аласаҡбыҙ. Алдағы ике-өс йыл республикабыҙ өсөн һынылыш осоро булырға тейеш, — тине төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов ике төп йүнәлеш хаҡында әйтте. Уларҙың береһе – инвестициялар йәлеп итеү, йәғни яңы предприятиелар, производстволар төҙөү, эш урындарын булдырыу өсөн ресурстар йәлеп итеү.

– Беҙҙең маҡсат – аҡса республикала ҡалһын өсөн шарттар булдырыу, — тине Президент. – Инвестициялар — иҡтисади һәм социаль үҫеш нигеҙе, яңы заводтар һәм предприятиелар, яңы эш урындары, хеҙмәт хаҡының артыуы, бюджетҡа яңы килем, тимәк, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса яңы мөмкинлектәр. Һуңғы ике йыл эсендә республикаға йәлеп ителгән инвестициялар күләмен ярайһы уҡ арттырыуға өлгәштек. 2011 йылда ул – 5,5 процентҡа, 2012 йылда һигеҙ процентҡа артты. Ә сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме үткән йылда ике тапҡырға артты. Ағымдағы йылда үҫештең 13 процент булыуы көтөлә.

Власты тулыһынса яңыртыу икенсе йүнәлеш булып тора, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.

– Власть мөмкин тиклем халыҡҡа яҡын булырға, граждандарҙы яҡларға, уларға ярҙам итергә, улар өсөн эшләргә тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Власты яңыртыу – эҙмә-эҙлекле һәм системалы рәүештә хәл ителергә тейеш мәсьәлә. Һәм был эште фекерҙәштәрҙән торған ҙур һәм берҙәм команда ғына башҡара ала. Әлеге ваҡытта күпселек ҡала һәм райондарҙың башлыҡтары алмашынды, урындағы советтарға һайлауҙар үтте. Властың төп сәйәси таянысы ла яңыртыла. «Берҙәм Рәсәй» партияһына яңы кешеләр килде. Халыҡтың әүҙемлеген уятыу, уларҙы республиканы төҙөкләндереү буйынса билдәле бер эшмәкәрлеккә йәлеп итеү партияның төп маҡсаты булып тора.