Фото:
Журналист Илдус Ғимаев арабыҙҙан китеп барҙы


Фото:

Үткән йәкшәмбе, 23 июндә, 42 йәшендә арабыҙҙан Өфө журналисы Илдус Ғимаев китеп барҙы.
Илдус Ғимаев 1971 йылдың 10 февралендә тыуған. Төрлө йылдарҙа «Урал» телекомпанияһында, «Уфимские ведомости» гәзите һәм «Уфа» журналы редакцияларында эшләне. Һуңғы йылдарҙа «Истоки» гәзитендә хеҙмәт итте.
Журналист менән хушлашыу шаршамбы, 26 июндә, үтә.






