Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөрөлә асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса балалар конкурсы үтте

Йәмғиәт

Бөрө лицейында көндөҙгө лагерға йөрөгән балалар өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса «Минең Ватаным» конкурсы үтте. Сараны йәш гвардиясылар ойошторҙо, тип хәбәр итә ER.RU.

Балалар ижадын популярлаштырыу һәм үҫтереү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, үҫмерҙәрҙә эстетик зауыҡ формалаштырыу, Ватанға һөйөү тәрбиәләү бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.

Конкурста  6-15 йәштәрҙәге 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Балалар Ватанға, тыуға яҡҡа булған һөйөүен һүрәттәрҙә сағылдырҙы. Сара йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть