11 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2013 йыл, 14:28

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта Халыҡ-ара һабантуйҙа ҡатнашты

автор: Алик Шакиров

23 июндә Ленинград өлкәһендә «Петербург һабантуйы» байрамы үтте. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Делегацияны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров етәкләне.

Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл Петербург һабантуйына халыҡ-ара статусы бирелде. Тәүгә был сараға Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһының барлыҡ башҡорт һәм татар милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре, Польша, Украина, Швеция, Финляндия, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар йыйылды.

Башҡортостан Республикаһы исеменән байрамда Учалы районы сығыш яһаны. Учалы филармонияһы артистары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Бынан тыш, байрамда «Далан» эстрада төркөмө, БР М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Ғизәтуллин сығыш яһаны.

Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко сәләмләне. Ул байрамдың Бөтә донъя йәйге универсиадаһы алдынан үткәрелеүен, Ҡазанға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләне һәм ярыштарҙы үткәреүҙә ҡалаға уңыштар теләне. Ленинград өлкәһенә ижади коллективтар һәм делегациялар ебәреп, милли байрамды үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан Һәм Татарстан республикаларына рәхмәт белдерҙе. «Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығы, шуға күрә Һабантуйҙы башҡорт һәм татар халыҡтарының ғына түгел, ә бөтә Ленинград өлкәһенең байрамы итеп ҡабул итәбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Дрозденко.

БР Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры Рафаил Зиннуров республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Байрам ҡунаҡтарын шулай уҡ Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Санкт-Петербург Хөкүмәтенең Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Василий Панкратов сәләмләне.

Һабантуй сиктәрендә хөрмәтле ҡунаҡтар татар һәм башҡорт этнофольклор ауылдарында булды, ижади коллективтарҙың сығыштарын, милли көрәш бәйгеһен ҡараны. Петербург һабантуйының абсолют батырына Фәрит Мөхәмәтшин Татарстан Президенты исеменән яңы «Лада Калина»нан асҡыстар тапшырҙы. Майҙанда милли уйындар, ярыштар ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды.

Башҡортостан делегацияһы составында һабан байрамында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы вәкиле Риф Сәхәбетдинов, БР Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни-күңел асыу эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина, Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, БР Милли йәштәр театры директоры Геннадий Мокшаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәктең Мәҙәниәт министрлығынан.

темалар: һабантуй-2013