7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2013 йыл, 12:38

Ишембайҙа «Тау һауаһы-2013» бөтә Рәсәй фестивале үтә

автор: Дмитрий Слезин

Ишембайҙа «Тау һауаһы-2013» бөтә Рәсәй асыҡ балалар фестивале үтә. Быйыл сараға 13 йәшкә тиклемге спортсылар араһында рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге статусы бирелде.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында өс йәш категорияһы буйынса үтәсәк: 9 йәшкә, 11 йәшкә һәм 13 йәшкә тиклемге спортсылар.

Фестивалдә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша, улар араһында Ҡытай шашкасылары ла бар.

24 июндә рус шашкаһы буйынса аҙаҡҡы уйындар үтә. Артабан халыҡ-ара шашка буйынса турнирҙар башлана.

темалар: шашка