3 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2013 йыл, 12:06

Сит ил журналистары өсөн Башҡортостан буйлап матбуғат туры ойоштороласаҡ

автор: Әлим Фәйезов

24-28 июндә Башҡортостанда сит ил журналистары өсөн матбуғат туры ойошторола. Маршрут Күгәрсен һәм Бөрйән райондары буйлап үтәсәк. Сараны ойоштороусы булып төбәктең Туризм буйынса агентлығы сығыш яһай.

Күгәрсен районында журналистар Мораҙым тарлауығында, Үрге Бикҡужа ауылында («Башҡорт ауылы» туристик базаһында), Йомағужа һыуһаҡлағысында буласаҡ, «Ҡарлуғас ояһы»нда квадроциклдарҙа йөрөйәсәк.

Бөрйән районында сит ил ҡунаҡтары Ағиҙел йылғаһы буйлап катерҙа йөрөйәсәк, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барасаҡ.

БР Туризм буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, матбуғат туры барышында Ҡытай, Франция, Бөйөк Британия, Германия һәм Рәсәй журналистары барыһын да үҙҙәре эшләйәсәк: усаҡ яғасаҡ, утын әҙерләйәсәк, балыҡ тотасаҡ, ашарға әҙерләйәсәк, мунса яғасаҡ. Профессиональ инструкторҙың бурысы — тик маршрут именлеген тәьмин итеү. Бер нисә көнгә булһа ла цивилизация хаҡында онотоу әлеге турҙың төп маҡсаты булып тора.