Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Инновацион мөхит» юғары технологиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

10 июлдә БР Фәндәр академияһында «Инновацион мөхит» юғары технологиялар йәрминкәһе үтә.

Республикала юғары технологиялы бизнес-проекттарҙың үҫешен әүҙемләштереү, инновацион проекттарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу йәрминкәнең төп маҡсаттары булып тора.

Бер майҙанда юғары технологиялар компаниялары вәкилдәре, перспективалы инновацион бизнес-проекттар авторҙары, шулай уҡ инновацион бизнесты үҫтереү буйынса эксперттар, финанс структуралары белгестәре һәм власть органдары вәкилдәре йыйыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәрминкә программаһында – проекттар һәм идеялар күргәҙмәһе, юғары технологиялар компанияларының вакансиялар биржаһы, тематик докладтар. Бынан тыш, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле бәйләнештәр биржаһы, мәғлүмәт-белем биреү күргәҙмәһе үткәреләсәк.

Сараны ойоштороусы булып төбәктең Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың Фәндәр академияһы ярҙамында БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды сығыш яһай.

Йәрминкә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт www.startuprb.ru сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть