7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2013 йыл, 10:12

«iВолга-2013» йәштәр форумының федераль кимәленә Башҡортостандан 38 проект һайлап алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Волга буйы федераль округының «iВолга-2013» йәштәр форумының федераль кимәленә Башҡортостандан 38 проект һайлап алынды, тип хәбәр иттеләр делегация штабынан. Заявкалар иҫәбендә ғилми-техник эшләнмәләр, социаль башланғыстар, заманса мәҙәни һәм мәғариф технологиялары бар.

Форумға меңдән ашыу инновацион эшләнмә ҡабул ителгән, Башҡортостандан ҡатнашыусылар 65 проект йүнәлткән. Хәҙер ҡатнашыусылар эштәренең презентацияларын үткәреүгә әҙерләнә. Иң яҡшы проекттар авторҙарына Волга буйы федераль округының Гражданлыҡ йәмғиәте фонды гранттары тапшырыласаҡ. Конкурс йомғаҡтары буйынса булдырылған идеялар банкы округта йәштәр хәрәкәтенең үҫешенә ҙур импульс бирәсәк.

«iВолга-2013» йәштәр мәғариф форумында Башҡортостан делегацияһы етәкселәре – БР Президенты ярҙамсыһы Камила Дәүләтова һәм БР Хөкүмәте Аппаратының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм департаменты директоры Александр Никерин башҡа төбәктәрҙән килгән делегациялар, дәүләт власы вәкилдәре, депутаттар корпусы һәм бизнес-берләшмә өсөн көн һайын республиканың презентацияһын үткәрә.

Делегация штабы Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Сергей Белоконев, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Олег Мельниченко менән осрашыуҙар үткәрҙе. Был мөһим осрашыуҙар барышында һәләтле йәштәрҙең һәм проекттарҙың бизнес тарафынан яҡланыу мәсьәләләре тикшерелде.

темалар: йәштәр форумы