7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2013 йыл, 9:34

Башҡортостан вәкиле төрки телле шағирҙар съезында ҡатнаша

автор: Сергей Захаров

21 июндә Төркиәлә «Ебәк юл шағирҙары осрашыуы» тип аталған төрки телле шағирҙар съезы асылды.

Сарала Рәсәй исеменән Башҡортостандан Тамара Юлдашева һәм Татарстан менән Ҡабарҙы-Балҡарҙан уның ике коллегаһы сығыш яһай.

Бер аҙналыҡ форум программаһы Төркиәнең алты ҡалаһында шиғриәт кисәләрен үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Сапанджа ҡалаһында башланған шиғриәт байрамы Бөйөк ебәк юлдың маршруты буйынса Болу, Анкара, Караман, Эскишехир ҡалалары аша үтеп, Истанбулда тамамланасаҡ.

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһына 20 йыл тулыуға арналған шиғриәт кисәләрендә шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова Республикаһы һәм Украинанан танылған шағирҙар ҡатнашасаҡ.