Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге скайп аша эшкә урынлаштыра

Иҡтисад

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге тәүгә Skype-әңгәмәләшеү үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Красноярскиҙың «Полюс Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән онлайн-осрашыуға 12 эш эҙләүсе килде. Был компания ҙур сәнәғәт объекттарын төҙөү менән шөғөлләнә.

Эш эҙләүселәргә 300-гә яҡын вакансия тәҡдим ителде. Онлайн-аралашыу һөҙөмтәһендә эш тәҡдим итеүсегә тикшереүгә унлаған кандидаттың резюмелары һәм документтары йүнәлтелде.

Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡа төбәктәрҙең компанияларынан да байтаҡ тәҡдимдәр ҡабул ителә. Шуға күрә бындай Skype-әңгәмәләшеүҙәр киләсәктә даими рәүештә үткәрелергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть