11 декабрь, Йәкшәмбе

21 июнь 2013 йыл, 17:19

Башҡортостан Президенты «Танып-Агро» предприятиеһын тулы ҡеүәтенә сығарырға ҡушты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Йома, 21 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында вице-премьер Эрнст Исаевҡа «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен — малсылыҡ комплексын төҙөп бөтөргә һәм уны тулы ҡеүәтенә сығарырға ҡушты.

Заманса ауыл хужалығы предприятиеһы 2009 йылда элекке малсылыҡ комплексы урынында төҙөлә башлаған. Бының өсөн 150 миллион һум күләмендә кредит алғандар. Комплекстың 120 баш эре малға иҫәпләнгән тәүге сираты төҙөлгән. Финанс көрсөгө тағы бер кредит алып, проектты тамамлап ҡуйырға мөмкинселек бирмәгән. Һөҙөмтәлә производство тулы ҡеүәтенә сыға алмаған һәм бөгөнгө көндә зыянға эшләй.

2011 йылда «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бурыстары менән ҡуша «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тапшырылған, ул проектҡа йәнә 32 миллион һум аҡса һалған. Эре мал һаны 500-гә тиклем еткерелгән, әммә компания әүәлгесә зыянға эшләгән. Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы предприятиеһында уртаса тәүлек һауым 1,5 тонна тәшкил итә. Һөт урындағы заводҡа ебәрелә.

Белгестәр баһалауынса, предприятиены тулы ҡеүәтенә сығарыу өсөн, бында кәм тигәндә 1000 баш эре мал аҫралырға һәм кәм тигәндә 10 мең гектар ер эшкәртелергә тейеш. Был маҡсаттарға 85 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Малсылыҡ комплексын «Үҙәк» МТС-ына тапшырыу ҡарала. Республика Президенты фекеренсә, «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә көслө хужалыҡ булдырырға мөмкин.

— Асҡын районында уңдырышлы ерҙәр, мал аҙығы күп, әммә заманса ауыл хужалығы предприятиелары юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Шуға күрә бында ҙур хужалыҡ булдырырға кәрәк, уның ярҙамында һөҙөмтәле ауыл хужалығы производствоһын үҫтереп була.