5 декабрь, Дүшәмбе

21 июнь 2013 йыл, 15:16

Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел һәм Асҡын райондары предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың Ҡариҙел районы Тайга ауылында фермер Рәйфә Шафиҡованың һарыҡсылыҡ хужалығы үҫтереләсәк. Малсылыҡ производствоһы пландары менән төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Бөгөн Рәйфә Шафиҡованың хужалығында 600 һарыҡ аҫырала. Киләсәктә был һанды бер меңгә тиклем еткереп, йылына 10 тоннаға тиклем һарыҡ ите һатыу планлаштырыла. Фермер ҡарамағында 385 гектар ер бар.  

Ҡариҙел районының «Нур+Р» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов һөрөнтө ерҙе эшкәртеү технологиялары менән танышты. Хужалыҡ 2006 йылда «Осҡон» ауыл хужалығы етештереү кооперативы нигеҙендә булдырылған.

Хужалыҡ ҡарамағында 4000 гектар ер бар, уларҙың 1800 гектары – һөрөнтө ер. Машина-трактор паркы һәм механизацияланған ырҙын табағы бар. Әлеге ваҡытта бында тупраҡтың өҫкө ҡатламын эшкәртеү технологияһы ҡулланыла, әммә һуңғы йылдар һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Насар һауа шарттары арҡаһында етештереү күләмдәре ҡырҡа кәмегән. Был аграрийҙарҙы тупраҡ эшкәртеүҙең яңы ысулдарын эҙләргә мәжбүр иткән. Хәҙер хужалыҡ етәкселеге нуль технологияһына өмөт бағлай. Был заманса алым ҡоролоҡ шарттарында ерҙе минималь эшкәртеүҙе күҙ уңында тота.

«Нур+Р» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 45 кеше эшләй. Үҫемлекселектән тыш, улар ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Хужалыҡта 28 күс иҫәпләнә. Шулай уҡ бында 250 баш эре мал һәм 48 ат аҫырала. Производствоны яңыртыуға һәм үҫтереүгә һуңғы йылдарҙа 25 миллион һум аҡса һалынған.

Байҡыбаш ауылындағы «Уфалеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Кроношпан» компанияһы менән хеҙмәттәшлек итергә йыйына. Ҡариҙел предприятиеһы урман сеймалын поставкаларға планлаштыра. Рөстәм Хәмитов бындай хеҙмәттәшлеккә яҡшы әҙерләнергә кәңәш итте.

Башҡортостан Президенты «Уфалеспром» етәкселеге менән предприятиеның бөгөнгө хәлен һәм етештереү күләмдәрен арттырыу буйынса пландарын тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов бында 2011 йылда булып киткән. Шул ваыттан алып предприятиеның етештереү күләмдәре дүрт тапҡырға артҡан.

Компанияла 80 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 14,5 мең һум тәшкил итә. Төп продукция – ағастан төҙөлөш материалдары һәм мебель. Бөгөнгө көндә бында йылына 25 мең кубометр ағас эшкәртелә. Предприятие мебеле Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Әрмәнстандың сауҙа селтәрҙәренә сығарыла.

«Башагропром» траст компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә республика Президенты һөт заводын үҫтереү һәм яңы төр продукция етештереү буйынса пландар хаҡында ҡыҙыҡһынды. Һөт заводы 2006 йылда асылған. Бында тәүлегенә 209 тонна һөт эшкәртелә һәм 15 төр продукция етештерелә. Заводты һөт менән Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары тәьмин итә.

Алдағы ваҡытта «Башагропром» кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештерә башларға иҫәп тота. Ә киләсәктә предприятие махсус дауаланыу учреждениеһы төҙөргә ниәтләй. Бында килеүселәр кәзә һәм бейә һөтө менән һаулыҡтарын нығыта аласаҡ. Төбәк башлығы был идеяны хупланы.