3 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2013 йыл, 14:14

Баш ҡалала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн йәйге бизнес-мәктәп асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының уникаль проекты старт ала. 26 июндә өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн йәйге бизнес-мәктәптең презентацияһы үтә.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптә уҡыу бер нисә көнгә иҫәпләнгән, уның сиктәрендә предприятиеларға барыу ойоштороласаҡ. Предприятие етәкселәре уңышҡа өлгәшеү серҙәре, шулай уҡ килеп тыуған ауырлыҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһына һөйләйәсәк.

Белем биреү программаһы сиктәрендә шулай уҡ төрлө тренингтар, лекциялар, эксперттар ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.

Йәйге бизнес-мәктәп уҡытыусылары араһында Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәрҙәре, бизнес-тренерҙар, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының иң яҡшы белгестәре, төбәк ведомстволары һәм министрлыҡтары вәкилдәре бар.

Презентация Өфө ҡалаһы, Карл Макс урамы, 3 (конференц-зал) адресы буйынса 15.00 сәғәттә башлана. Ҡатнашыусылар өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ. Телефон: 246-55-15. E-mail: cdpo@tpprb.ru.