7 декабрь, Шаршамбы

21 июнь 2013 йыл, 12:24

Өфөлә башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоҡмановтың һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы донъя күрҙе

автор: Алик Шакиров

Ошо көндәрҙә билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоҡмановҡа 90 йәш тулыр ине. Яҙыусының юбилейына «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә Ғаян Лоҡмановтың һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы баҫылып сыҡты. Унда «Ҡояш сығыр алдынан» романы, «Акт», «Аҡҡош күле», «Сәлимйәндең төшө», «Йәшлек» һәм башҡа хикәйәләр индерелде.

Ғаян Лоҡманов 1923 йылдың 30 июнендә Ҡариҙел районының Яугилде ауылында тыуған. Уның «Хат» тип аталған тәүге хикәйәһе 1944 йылда баҫылып сыға, ә «Аҡҡош күле» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1962 йылда нәшер ителә.

Яҙыусының әҫәрҙәрендә ауыл халҡының тормошо, көнкүреше тураһында бәйән ителә, социаль һәм әхлаҡи-этик мәсьәләләр сағылыш таба. Ғаян Лоҡманов тиҫтәгә яҡын хикәйәләр йыйынтығы авторы.

1969 йылда танылған әҙип СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Яҙыусы беҙҙең аранан 1988 йылдың көҙөндә китеп барҙы. Яугилде ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

2007 йылда Ҡариҙел районы хакимиәте Ғаян Лоҡманов исемендәге премия булдырҙы. Уның бағыусыһы булып яҙыусының улы Мансур Лоғоманов сығыш яһаны. Премия ижади хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.

темалар: нәшриәт