3 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2013 йыл, 11:52

Ауырғазы районында дауыл арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Ауырғазы районының рәсми сайтынан

Башҡортостандың Ауырғазы районы Миҫеле ауыл советында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан. Көн элгәре 20 сәғәт 30 минутта ауыл биләмәһендә көслө дауыл сыҡҡан, ел тиҙлеге секундына 30-32 метр тәшкил иткән.

— Дауыл ауыл халҡына һәм хужалығына ҙур матди зыян килтергән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 26 йорттоң ҡыйыҡтары, 12 ҡаралты, Мичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының 14 объекты, улар иҫәбендә иген һаҡлау келәте, сусҡасылыҡ фермаһы емерелгән, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

Урында Ауырғазы электр бүлеү селтәрҙәре, Мичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы бригадалары, шулай уҡ ирекмәндәр эшләй.