Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Баш ҡала пенсионерҙарына йәрминкәлә 500 вакансия тәҡдим ителде

Иҡтисад

Пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим ителде.

Сарала 40-тан ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

— Йәрминкәгә килгән 300 кешенән 220-һе эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 130 кеше эшкә саҡырыу алды, — тип билдәләне халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина. – Эш эҙләүселәргә шәфҡәт туташы, методист, консьерж, һаҡсы, менеджер, заказдар ҡабул итеүсе, видеокүҙәтеү операторы һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителде.

Тәҡдим ителгән эш хаҡы кимәле — 10 мең һумдан ашыу.

Пенсионерҙар өсөн сираттағы күп профилле вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 12 сентябрҙә үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть