3 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2013 йыл, 11:00

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән – республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәренә – Ҡариҙел һәм Асҡын райондарына эш сәфәре менән сыҡты.

Төбәк башлығы урындағы агросәнәғәт комплексы һәм ағас эшкәртеү предприятиеларының эшмәкәрлеген тикшерәсәк. Артабан Президент 2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплексы программаны тормошҡа ашырыу барышы тураһында кәңәшмә үткәрәсәк. Сәйәси сара Асҡын районы хакимиәтендә үтәсәк.