10 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2013 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

15 июндә Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Бөгөнгө көндә төбәктең дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында 22 меңдән ашыу кеше эшләй.

Кесе йома, 20 июндә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов ижади хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар тапшырҙы.

— Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ, әхлаҡи таянысыбыҙ булып тораһығыҙ. Кешеләрҙең рухи сәләмәтлеге өсөн күп нәмә эшләйһегеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – әҙиптәр, рәссамдар, артистар кешеләрҙең хис-тойғоларын, кисерештәрен тойоуҙан тыш, уларҙы үҙгәртеү һәләтенә лә эйә. Һеҙ – аҡыл аша түгел, ә йөрәк, һиҙемләү тойғоһо аша тормошобоҙҙо аңлап белгән һәм башҡаларҙың да рухи донъяһын формалаштырған кешеләр. Йәштәргә рухи ҡиммәттәр системаһын ҡабул итергә, быуындар бәйләнешен аңларға ярҙам итеүегеҙ, уларҙа илебеҙҙең бөйөк күп милләтле мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүегеҙ бик мөһим.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеүҙе Президент мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡылы мәҙәниәткә хеҙмәт иткән кешеләрҙең матди именлеге тейешле кимәлдә түгел, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, был өлкәләге хәлде яҡшырытыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла.

— Әлеге йылдан башлап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 50-шәр миллион һум аҡса бүленәсәк. Был күп түгел, әммә бындай аҙым йылдар ғына түгел, тиҫтәләгән йылдар буйы йыйылып килгән мәсьәләләрҙе хәл итә башларға ярҙам итәсәк. Йырсы, музыкант, композитор, рәссамдарҙың дөйөм ятаҡтарҙа, бәләкәй бүлмәләрҙә йәшәүен күреү минең өсөн дә аяныслы. Ижад кешеләрен бындай шарттарға ҡуйғаныбыҙ өсөн оят, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн республикаға яңы спектаклдәр, яңы идеялар кәрәк, мәҙәниәтте заманса йүнәлештә үҫтереү зарур. Был маҡсаттарға 2013 йылдан башлап йыл һайын 100 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ киләсәк быуындар өсөн бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен билдәләне. Әлеге йылдан башлап башҡорт әҙәбиәте, музыка, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең электрон коллекцияһын булдырыу өсөн ҙур ресурстар йүнәлтеләсәк. Был әҫәрҙәр оҙаҡ йылдар һаҡланһын өсөн, уларҙы заманса форматҡа күсереү зарур, тине республика етәксеһе. Ағымдағы йылда был маҡсаттарға 35 миллион һум аҡса бүленгән.

Бынан тыш, быйыл йәнә бер ҙур проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның сиктәрендә музыка мәктәптәре яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин ителәсәк.

Киләсәккә пландар хаҡында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов, республика Рәсәйҙең 2014 йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы матур башланғысын хуплаясаҡ, тип белдерҙе. Ошо айҡанлы киләһе йылда беҙҙе күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә.

Ниһайәт, Башҡортостан Президенты мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Билдәле композитор Роза Сәхәүетдинова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүәлт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Александр Донгузовҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы (солисы) Артур Кәйепҡолов, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының драма артисы Венер Сөнәғәтов, Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы Лилиә Хажиғәлиева Башҡортостандың атҡаҙанған артистары булды. График Сергей Маджар «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ булды.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов 30 кешегә гранттар тапшырҙы. 25 хеҙмәткәр 100-шәр мең һум аҡса алды. Улар араһында – Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты Сәнә Алиева, «Компьютерный практикум» журналының баш мөхәррире Мариат Артюхова, «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Вилюра Иҫәндәүләтова, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры Рәжәп Шәйхетдинов.

Биш коллективҡа 300 мең һум күләмендә гранттар тапшырылды. Улар араһында – БР Милли музейы, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге, БР «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе Рита Өмөтбаева, «Ҡурайсы» ижади төркөмө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роберт Юлдашев, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты.