9 декабрь, Йома

20 июнь 2013 йыл, 16:34

Башҡортостанда Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмөнөң предприятиеһы төҙөлә башлаясаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

2013 йылдың июлендә Башҡортостанда Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмөнөң ағас-юнысҡы һәм ламинацияланған плиталар етештереү буйынса ҙур предприятиеһы төҙөлә башлай. Ер участкаһын ҡуртымға алыу һәм генераль подряд килешеүҙәренә бөгөн Республика йортонда ҡул ҡуйылды.

— Беҙҙең уртаҡ проектыбыҙ үҫеш ала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө вәкилдәре менән осрашыу барышында. – Үҙ бурыстарыбыҙҙы үтәп киләбеҙ, шуға күрә эшебеҙҙе лайыҡлы башҡарасаҡбыҙ.

Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы Петер Кайндл да был фекерҙе хуплай.

— Дәүләт структураларының бик әүҙем булыуын күрәбеҙ. Бөтә административ эштәр контролгә алынған, — тип билдәләне журналистар менән аралашыу барышында Петер Кайндл. – Бөгөнгө осрашыу ҙа бик һөҙөмтәле булды. Үҙебеҙҙең яҡтан шуны әйтә алам: эштәр графикка ярашлы алып барыла, июль башында предприятие төҙөлә башлаясаҡ. Бының өсөн барлыҡ контракттарға ҡул ҡуйылған.

Петер Кайндл һүҙҙәренсә, республикала ағас-юнысҡы һәм ламинацияланған плиталар етештереү буйынса ҙур предприятиены «PSJ» компанияһы төҙөйәсәк.

— Объектты ағымдағы йыл аҙағынаса төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ, ә 2014 йылдың өсөнсө кварталында продукция етештерә башларға ниәтләйбеҙ, — тине инвестор.

Шулай итеп, проекттың беренсе фазаһында 200 миллион евро йәлеп ителәсәк. Аҙаҡҡы стадияла предприятиела меңгә яҡын эш урыны булдырыласаҡ.

— Кәрәкле ҡорамалдарға заказ бирелгән. Был ҙур заманса производство буласаҡ. Тәүге мәлдә йылына 700 мең кубометрҙан ашыу продукция етештереү планлаштырыла, — тип хәбәр итте журналистарға Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 17 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы Петер Кайндл республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны.