11 декабрь, Йәкшәмбе

20 июнь 2013 йыл, 15:37

Павел Качкаев Рәсәй Президентының Почет грамотаһына лайыҡ булды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандан депутат, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән наградланды.

Павел Качкаев бындай грамотаға Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм закондар сығарыу өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек алып барғаны өсөн лайыҡ булды, тиелә дәүләт башлығының 2013 йылдың 12 июнендәге 236-рп һанлы бойороғонда.